Мәсетле тормошо
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
17 Май , 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө ирем, яратҡан атайыбыҙ, олатайым ИЛФАТ РИФАТ улы ҺАҘЫЕВты 50 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ысын күңелдән бәхет, ныҡлы сәләмәтлек, тормошо аяҙ, сағыу көндәрҙән тороуын, яратып һәм яратылып йәшәүен теләйбеҙ. Ҡуйған маҡсаттарыңа ирешеп, уй-теләктәреңде тормошҡа ашырырға яҙһын, ҡорған донъяң йәмле һәм йәнле булһын.
Рәхмәт, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Изге теләктәр менән ҡатының Светлана, балаларың Илнар, Илфир, Сөмбөл, килендәрең Алина, Диана, ейәнең Илназ.
* * *
Ҡәҙерле һәм яратҡан улым ИЛФАТ РИФАТ улы ҺАҘЫЕВты 50 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым.
Ҡәҙерле улым, үҙ ҡулдарың менән ҡорған донъяңды ҡәҙерләп, һаҡлап, ирешкән маҡсаттарыңа һөйөнөп, яуланмаған үрҙәрҙе, яңы хыялдарҙы тормошҡа ашырып йәшә. Улым, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, яҡындарыңдың һөйөүен, аңлауын тойоп, именлектә, муллыҡта, тыныслыҡта йәшәүеңде теләйем. Тыуған көнөң менән!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң,
Ҡоростоҡо булһын таҙалығың,
Ҡояштыҡы булһын ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән атайың Рифат.

Автор: