Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Май , 09:00

Еңеү көнө менән!

Ҡотлайбыҙ!

Еңеү көнө менән!
Еңеү көнө менән!

Хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл хеҙмәтсәндәре, Мәсетле районы халҡы!
Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө менән ҡотлайым!
Был байрам бөтә рәсәйҙәргә яу яланында Тыуған илебеҙ бойондороҡһоҙлоғон яулаған ата-бабаларыбыҙ хаҡында иҫтәлек булараҡ ҡәҙерле.
Был – тылда үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте менән көтөп алынған Еңеүҙе яҡынайтыу-ға өлөш индергән ҡарттарға, ҡатындарға, балаларға рәхмәт белдереү көнө.
Бөгөн, Ватаныбыҙға ҡаршы ысын һуғыш барғанда, беҙ илебеҙ һәм халҡыбыҙ именлеге һәм киләсәге өсөн ҡыйыу көрәш-кән махсус хәрби операцияла ҡатнашыу-сылар менән ғорурланабыҙ.
Ысын күңелдән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек, бәхет һәм именлек теләйем!
Ихтирам менән Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль МӘРҘӘНШИН.

* * *

Хөрмәтле тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш йылдары балалары!
Мәсетле районы халҡы һәм ҡунаҡтары!
Ысын күңелдән һеҙҙе Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлайбыҙ!
Был – Рәсәйебеҙ һәм уның һәр ғаиләһе өсөн изге көн, быуын-дарҙы берләштергән байрам, бөйөк шатлыҡ һәм тәрән ҡайғы уртаҡлашыу көнө. 9 Майҙа Ватанды фиҙаҡәр һаҡлаған, тылда арымай-талмай эшләгән, һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан атай-олатайҙарыбыҙҙы, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алабыҙ.
Яҡташтарыбыҙ ул һуғыштың барлыҡ мөһим алыштарында үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, киләсәк быуын өсөн азатлыҡ һәм тыныслыҡ яуланы. Ололар, ҡатын-ҡыҙҙар һәм иртә өлкәнәйгән һуғыш балалары тылда фронтҡа киткән ир-егеттәрҙе алмаштырҙы, һуғыш кәрәк-яраҡтары, ҡорал һәм аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү өсөн көн-төн тырышты.
Аяуһыҙ һуғышта һәләк булған яугирҙарҙы һәм иҫән ҡалғандарҙы, һуғыштан һуңғы йылдарҙа Тыуған илде аяҡҡа баҫтырыусыларҙы һәр саҡ иҫләйәсәкбеҙ. Беҙҙең өсөн унан да юғарыраҡ, аңлайышлыраҡ һәм йөрәккә ҡәҙерлерәк тормош өлгөһө юҡ.
Батыр быуын вариҫтары, төрлө милләт яугирҙары бөгөн бойондороҡһоҙ, ирекле Рәсәйебеҙҙең именлеге һәм киләсәге өсөн көрәшә. Һәм был берҙәмлектә – халҡыбыҙҙың ҙур көсө.
Барығыҙға ла ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, тыныслыҡ, яҡындарығыҙ йылыһы һәм хәстәрлеген күреп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Ҡәҙерле ватандаштар!
Һеҙҙе Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығы менән ҡотлайым!
9 Май – тулҡынланып ҡаршы алған изге көн. Беҙ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа илде аяҡҡа баҫтырған кешеләрҙең батырлығын хөрмәт итәбеҙ. Еңеүселәр быуынының батырлығы, сыҙамлығы һәм фиҙаҡәрлеге беҙҙең хәтерҙә йәшәй, беҙҙең өсөн өлгө булып тора.
Бөгөн хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән, ҡорал менән дәүләт мәнфәғәттәре һағында торған һәм милләтселәр менән алышҡан Ватанды һаҡлаусыларға рәхмәт.
Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем!
Рәфис ФӘТИХОВ,
Башҡортостан Республикаһы Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондарының хәрби комиссары.

Автор: