Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Апрель , 12:15

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле РАИЛ ЮЛАМАН улы НИЗАМОВты юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, именлек, уй-хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ғүмерегеҙҙең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршылағыҙ.
Юлдарығыҙҙа булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршығыҙҙа.
Йәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән.
Һис кисекмәй тормошҡа ашһын
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Изге теләктәр менән Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте коллективы.
* * *
Ләмәҙтамаҡ ауылында тыуып үҫкән хөрмәтле РАИЛ ЮЛАМАН улы НИЗАМОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.
Тормош тәжрибәһе, аҡыл, үҙ көсөңә ышаныс – һине биҙәгән матур сифаттар. Был йәмле байрамың көнөндә һиңә күп йылдарға етерлек көс, ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, ҡыҙың, кейәүең, ейәнсәрең, инәйең, ҡәйнәң.

Автор: