Мәсетле тормошо
+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Апрель , 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Тайыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘМИЛӘ РӘҮИЛ ҡыҙы ВӘХИТОВАны 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Оло йөрәкле, эш һөйөүсән әсәйебеҙ бөтә ғүмерен балаларға белем, тәрбиә биреүгә бағышланы. Уның хеҙмәт стажы – 40 йыл. Тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” һәм “Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланды, “Хеҙмәт ветераны” исеме бирелде.
Һөйөклөбөҙ, һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Киләсәктә һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, йән тыныслығы, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бөгөнгөләй һәр атҡан таңға шатланып, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр ҡыуаныстарын күреп, оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәргә насип итһен.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр тыуған көн үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә тормошта!
Иң изге теләктәр менән улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең исеменән тормош иптәшең Мөхәмәтнур.

Автор: