Мәсетле тормошо
+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Апрель , 11:35

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан яратҡан туғандарыбыҙ ГҮЗӘЛИӘ РӘФҠӘТ ҡыҙы һәм ҒАБДУЛЙӘН ҒАБДУЛХАҠ улы МӨСЛИМОВТАРҙы ысын күңелдән алтын туйҙары – 50 йыл бергә матур ғүмер итеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. 50 йыл элек ҡорған бәхетегеҙ бөгөн дә ныҡлығын юғалтмаһын, оҙон ғүмерле булһын. Ғаиләгеҙгә именлек, бәрәкәт, муллыҡ насип итһен. Һеҙҙең күркәм, һоҡланғыс мөнәсәбәтегеҙ, аңлашып йәшәй белеүегеҙ балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә өлгө булһын.
Пар балдаҡтар балҡышынан
Күҙҙәребеҙ сағыла,
Һеҙ бөгөн – иң гүзәл пар
Сәскәләр ҡосағында.
Йылдар уҙһын бәхеттә,
Таҙалыҡта-һаулыҡта,
Шатлыҡта, мөхәббәттә,
Именлектә, муллыҡта!
Һеҙҙе хөрмәт итеп апайығыҙ Дания, Лариса һәм уның балалары.

Автор: