Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Апрель , 11:40

Ҡотлайбыҙ!

Тәкә ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ЗӨЛФИӘ АЛЬБЕРТ ҡыҙы НИЗАМОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Наҙлы һөйөүең, хәстәрлегең, сыҙамлы булғаның өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ һиңә, әсәй. Артабан да бәхетле, яратҡан, изге күңелле һәм ихлас булып ҡал. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, оптимизм, оҙон ғүмер, беҙҙең хәстәрлек һәм хөрмәтебеҙҙе тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, аҡыллы кәңәштәреңә, аңлауыңа һәм ярҙамыңа мохтажбыҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың Илгизә, Эльвира, кейәүҙәрең Зиннур, Рөстәм һәм ейәндәрең.

Автор: