Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Март , 11:35

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ ГӨЛСИМӘ ШӘРИФУЛЛА ҡыҙы ҒӘҮНЕТДИНОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә алдағы көндәрҙә лә һөйкөмлө, наҙлы, күркәм булып ҡалыуын теләйбеҙ. Һәр көн һиңә бәхет-ҡыуаныстар алып килһен, тормоштоң һәр миҙгеленә ҡыуанып йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хәстәрлегең, наҙың өсөн сикһеҙ рәхмәт белдерәбеҙ. Киләсәк көндәрең сағыу ваҡиғалар менән тулы булһын, яҡындарыңдың һәм туғандарыңдың йөрәк йылыһы, һөйөүе һәр саҡ ҡыуандырып торһон. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар, атайыбыҙ менән бергә татыулыҡта, имен һәм мул тормошта матур ғүмер кисереп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ!
Ҡотлау менән ирең Рәлиф, улың Илнур, киленең Айгөл, ҡыҙың Лилиә, кейәүең Альберт, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: