Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
15 Март , 09:30

Ҡотлайбыҙ!

19 мартта Ғүмәр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ ФӘРИТ КИНЙӘБАЙ улы ФӘТТӘХОВ 85 йәшен билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле атайыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күтәренке кәйеф, йәшлек дәртен һүндермәй оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ. Атайыбыҙ Юғары партия мәктәбен тамамлап, Мәсетле район комитетының пропаганда бүлегендә инструктор булып эшләгәндә үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтә, талапсан кадр булараҡ райондың бер нисә колхозына партия ойошмаһы секретары итеп ебәрелә. Һәр эште яуаплы башҡарған, позитив ҡарашлы атайыбыҙ Дыуан-Мәсетле мәктәбенә тарих уҡытыу-сыһы, хәрби дәрестәрҙе алып барыусы итеп тәғәйенләнә. Өс йылдан һуң мәктәп директоры вазифаһын тапшыралар. Дөрөҫлөктө яратҡан, кешелекле атайыбыҙ коллегалары араһында хөрмәт ҡаҙанды. Уның намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте “РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы” исеме һәм күп маҡтау ҡағыҙҙары менән баһаланды. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 80 йәшенә тиклем ауыл старостаһы вазифаһын башҡарҙы. Уның хәстәрлеге менән Әй йылғаһы аша күпер һалынды, ауылға газ керҙе. Мәктәп йылдарынан уҡ район гәзитенең әүҙем хәбәрсеһе булды. Ғаиләлә хәстәрлекле, ярҙамсыл атай ҙа ул.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә.
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә.
Изге теләк, йылы һүҙҙәр
Булһын һиңә оло бүләк.
Беҙҙең өсөн һин бик ҡәҙерле,
Бик тә яҡын, бик тә кәрәк!
Иң изге теләктәр менән ҡатының, балаларың, ейәндәрең.

Автор: