Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
8 Март , 09:00

Һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙе Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Мөләйем йылмайыу, шатлыҡ һәм яңырыу кәйефе менән һуғарылған был матур байрам яҙҙың ысын символына әүерелде.

Һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар!
Һөйкөмлө ҡатын-ҡыҙҙар!

Һеҙҙең мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, ауыл хужалығы өлкәһе һәм райондың башҡа тармағы үҫешенә индергән хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ. Шул уҡ ваҡытта һеҙ өй усағын һаҡлайһығыҙ, балалар үҫтерәһегеҙ, уңайлылыҡ булдыраһығыҙ, күңел йылыһын йомарт бүләк итәһегеҙ, ғаилә именлеге һағында тораһығыҙ, Тыуған илдең сәскә атыуы хаҡына яңы ҡаҙаныштарға, эшкә илһамландыраһығыҙ.
Был көндө Ватанды һаҡлаусыларҙың әсәләренә, ҡатындарына, ҡыҙҙарына, һеңлеләренә һәм бөтә туғандарына йылы, изге һүҙҙәр әйтергә теләйбеҙ. Һеҙҙең һөйөүегеҙ, сыҙамлығығыҙ, батырлығығыҙ, доғаларығыҙ һалдаттарға һәм офицерҙарға махсус хәрби операция зонаһында ил мәнфәғәттәрен яҡлап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Беҙ уларҙың ҡаһарманлығы менән ғорурланабыҙ һәм бөтәһенең дә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ.
Бөгөн Мәсетле районында күп ҡатын-ҡыҙҙар гуманитар миссия үтәй – бында тороп фронтҡа ярҙам итә. Беҙ һеҙҙең алда баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Һәр ҡатын-ҡыҙҙың һөйкөмлөлөгө, наҙлылығы, күңел йылыһы был донъяны биҙәй, уны яҡшыраҡ, яҡтыраҡ һәм сағыуыраҡ итә. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һаулыҡ, бәхет, мөхәббәт, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

Фото

Автор: