Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Март , 10:30

Ҡотлайбыҙ!

Ясин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, инәйебеҙ, әңкәйебеҙ РӘМЗИЛӘ АБДРАЗАҠ ҡыҙы ЗИННУРОВАны тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең инәйебеҙ – донъяға һөйөү менән баҡҡан тырыш, егәрле, дәртле, көслө рухлы, сибәр ҡатын. Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн күңел нурың менән йылытыусы, иркәләүсе яҡты ҡояш, ярҙам итеүсе дуҫ, серҙәш. Беҙ һиңә һаулыҡтың ҡоростай нығын, бәхеттең ап-ағын, ғүмерҙең оҙонон теләйбеҙ. Атайыбыҙ менән бергә парлы булып, дан-хөрмәткә төрөнөп, шатланып йәшәргә яҙһын. Барыһы өсөн дә рәхмәтлебеҙ һәм сикһеҙ яратабыҙ!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Илдар, улың Иршат, ҡыҙың Айгөл, килендәрең Гөлнара, Альбина, кейәүең Таһир һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.


* * *


Ясин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле иркәбеҙ, апайыбыҙ, әбейебеҙ РӘМЗИЛӘ АБДРАЗАҠ ҡыҙы ЗИННУРОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Бар яҡлап килгән, һәр яҡлап терәк-таяныс булған, өлгөлө туғаныбыҙҙы ошо байрамы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм күңел түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Аллаһы Тәғәлә һине һаулыҡтан, бәхет-шатлыҡтарҙан айырмаһын. Ғүмер юлың ҡояштай нурлы, бәрәкәтле һәм оҙон булһын. Һәр атҡан таңдан, яңы көндән көс-дәрт алып, беҙҙе үҙеңдең барлығың менән ҡыуандырып йәшә лә йәшә. Балаларыңдың шатлыҡтарын уртаҡлашып, уларға терәк-таяныс булып, туғандарыңдың ҡәҙер-хөрмәтендә ғүмер итергә яҙһын. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Шәүрә, Йәүһәрә, Тәслимә, Ғәлиә, Әлфинур, Әлферат.

Автор: