Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
7 Март , 09:20

Ҡотлайбыҙ!

Әжекәй ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әниебеҙ, әнкәйебеҙ ДАМИРА МӘҮЛӘҮЕЙ ҡыҙы ФАЗЛЫЕВАны 85 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең ихлас күңелдән әйтелгән изге теләктәребеҙҙе ҡабул итеп ал, ҡәҙерлебеҙ. Сәләмәтлегең ныҡ, тормошоң яҡты булһын, бәхетле ғүмер кисереп, алдағы көндәрҙә лә шатлыҡтарҙа ғына йәшәргә яҙһын. Һин ихтирамға, иғтибарға, хөрмәткә лайыҡ сабыр, аҡыллы ҡатынһың. Беҙ һине бик тә яратабыҙ, һинең менән ғорурланабыҙ. Күңелдәребеҙҙә булған бар яҡшы теләктәр һиңә барып етһен бөгөн, әни.
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы әсәй,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, әсәй, ул тулған!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙары, улы, кейәүҙәре, килендәре, ейәндәре.

Автор: