Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Март , 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, иркәбеҙ, абыйыбыҙ ЮНИР ҒӘПТЕЛЙӘН улы МӨСЛИМОВты юбилейлы тыуған көнө – 45 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һиңә сәләмәтлек, эшеңдә уңыштар, балаларыңдың һәм туғандарыңдың күңел йылыһын тойоп, киленебеҙ Альбина менән бәхетле, оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Яҙмыш миңә һиндәй туған биргән –
Бер ҡан, бер йән, гүйә, икебеҙ.
Тормош юлында ла уртаҡ бара
Һалып үткән һуҡмаҡ, эҙебеҙ.
Донъя һалҡын. Уҫал елдәр иҫә...
Беҙ йәшәйһе донъя шулмы һуң?!
Күшекмәбеҙ, әгәр һаҡлай алһаҡ
Туғанлыҡтың изге йылыһын!
Юлдар кеүек оҙон ғүмер һиңә,
Ҡайғы еле бер ҙә теймәһен.
Тормош һынауҙары ситләп үтһен,
Йәшәү дәрте һис тә һүнмәһен!
Ҡотлау менән әтиең Ғәптелйән, әниең Гүзәлиә, еҙнәң Дамир, иркәләрең Альмир һәм Самира исеменән апайың Альбина.

Автор: