Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Март , 11:40

Ҡотлайбыҙ!

2 мартта беҙҙең ғәзизебеҙ – Туҡбай ауылында йәшәүсе ДАМИРА МӨСӘҒИТ ҡыҙы ФӘХРИСЛАМОВА 55 йәшлек юбилейын билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙҙе күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һөйөклөбөҙ, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, беҙҙе ҡыуандырып, шундай уҡ шат, һөйкөмлө булып ҡал. Яратҡан атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, матур донъяға ҡыуанып, һау-сәләмәт йәшәгеҙ. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ. Әсәй, байрамың – мөбәрәк, эштәрең – уң, донъяң түңәрәк булһын.
Донъя мәшәҡәтен еңә килдең,
Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә.
Тырышлығың, эшкә ихласлығың
Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мәҡсүт, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор: