Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
4 Март , 11:35

Ҡотлайбыҙ!

Балтас районының Яңы Балтас ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Тәкә ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡатыным, әсәй-өләсәйебеҙ РӘЗИЛӘ МӘҘИХАН ҡыҙы БӘҘРЕТДИНОВАны ысын күңелдән 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ күп йылдар шәфҡәт туташы булып эшләне, пациенттары өсөн күп изгелек ҡылды, уларҙың сәләмәтлеге өсөн бар көсөн һалды. Бөгөн ул рәхмәтле ауылдаштарын күреп ҡыуанып, ҡылған изге ғәмәлдәре өсөн ғорурланып йәшәй.
Һөйөклөбөҙ, һиңә йәшәү дәрте, яҡшы кәйеф, имен тормош, оҙон-оҙаҡ йылдарға етәрлек ныҡлы сәләмәтлек, изгелек, хөрмәт, яҡындарыңдың һөйөүен, күңел йылыһын тойоп, муллыҡта, именлектә йәшәүеңде теләйбеҙ. Алда һине тик яҡшы, сағыу, ҡыуаныслы мәлдәр генә көтһөн. Киләсәктә лә матурлығыңды һаҡлап, күңелең менән йәш, әүҙем ҡалып, яратҡан ҡатын, һөйөклө әсәй һәм хәстәрлекле өләсәй булып ҡал. Һин беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле кеше! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Изге теләктәр менән ире Фларит, улдары Радик, Руслан, ҡыҙы Эльвина, килене Гөлназ, ейәне Радий, ейәнсәре Рания.

Автор: