Мәсетле тормошо
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
23 Февраль , 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Мәсетле районы халҡы!Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым!23 февралдә беҙ Тыуған илен һаҡлаған һәм бөгөн дә уның һағында торған Рәсәй яугирҙарына ихтирамыбыҙҙы, хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Был байрам Рәсәй һалдаттары һәм офицерҙарының ҡаһарманлығы, улар-ҙың данлы хәрби батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлай. Улар беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ҡыйыулыҡ, намыҫ һәм тыуған ергә һөйөү өлгөһө булып ҡаласаҡ.Барығыҙға ла ысын күңелдән изгелек, бәхет, һаулыҡ һәм именлек теләйем!Ихтирам менән Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле мәсетлеләр!
Һеҙҙе ысын күңелдән Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ!
Был байрам ата-бабалар менән йәш быуындың ныҡлы бәйләнешен һәм хәрби йолаларҙың күсәгилешлеген сағылдыра, Тыуған илгә фиҙаҡәр хеҙмәтте данлай.
Тыуған илде һаҡлау рәсәйлеләрҙең изге бурысы булды һәм булып ҡала. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, үҙ ғүмерҙәрен аямай, аяуһыҙ һуғыштарҙа Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, башҡа халыҡтарға ярҙам иткән. Бөгөн яугирҙарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡеүәте Рәсәйҙең именлек һәм суверенитет нигеҙе булып тора. Һеҙҙең рух көсө, берҙәмлек һәм бурысҡа тоғролоҡ – ысын илһөйәрлек өлгөһө!
Яҡындарығыҙҙы намыҫ һәм абруй менән һаҡлағыҙ, ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе көн һайын бәхетле итегеҙ. Изгелек, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ, хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.

* * *

Хөрмәтле яҡташтар!
23 февраль – Рәсәйҙең хәрби дан көнө. Был көндө беҙ үҙҙәрен хәрби хеҙмәткә бағышлаған көслө һәм ҡыйыуҙарға, Ватаныбыҙҙың милли мәнфәғәттәрен яҡлаған һуғыш һәм локаль бәрелештәр ветерандарына, бөгөн дә Ҡораллы Көстәр частарында һәм подразделениеларында хәрби дежурҙа торған яҡташтарыбыҙға, махсус хәрби операцияла ҡатнашып, халыҡ-ара терроризмға ҡаршы көрәшкән барлыҡ яугир-контрактсыларға, ирекмәндәргә һәм мобилизацияланған граждандарыбыҙға хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Ватанды һаҡлаусылар көнө – хәрбиҙәрҙең генә түгел, илебеҙ мәнфәғәте өсөн эшләгән һәм иң ауыр минуттарҙа Тыуған илен, ғаиләһен һаҡларға әҙер булған бөтә ир-егеттәрҙең дә байрамы ул.
Ватанды һаҡлаусыларҙың барыһына ла ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, рух ныҡлығы, оҙон ғүмер, именлек һәм тыныслыҡ теләйем!
Башҡортостан Республикаһының Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары Рәфис Фәтихов.

Фото

Автор: