Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
22 Февраль , 09:30

Ҡотлайбыҙ!

Абдулла ауылында йәшәүсе әсәй-өләсәйебеҙ ФӘНИӘ ВӘҠИФ ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ ӘҮӘЛ ВӘСИЛ улы РАЯНОВТАРҙы ысын күңелдән алтын туйҙары менән тәбрик итәбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле атай һәм әсәй, 50 йыл бергә ғүмер итеп, һеҙ шатлығын да, ауырлыҡтарын да уртаҡ кисерҙегеҙ, яҡшы ғаилә ҡорҙоғоҙ, хәстәрлекле, өлгөлө ата-әсә, дуҫтарығыҙға ышаныслы терәк, тыуған илебеҙҙең ысын патриоты булып ҡалаһығыҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, һеҙҙең исем “Почет таҡтаһы”нда тора, тырыш хеҙмәтегеҙ район башлыҡтарының рәхмәт хаттары менән билдәләнгән, һәр ваҡыт хөрмәтле кешеләр булып тораһығыҙ. Һеҙ Коми Республикаһы Усинск ҡалаһы, Мәскәүҙең Внуковск биләмәһе һәм Мәсетле районы Абдулла ауылының социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерҙегеҙ.
Һеҙ беҙҙе Тыуған илгә, ғаиләгә һөйөү мөхитендә тәрбиәләнегеҙ, ил тарихын хөрмәт итергә өйрәттегеҙ. Юғары белем биреп, аяҡҡа баҫырға ярҙам иттегеҙ, бөгөн беҙҙең балаларҙы тәрбиәләүгә үҙ өлөшөгөҙҙө индерәһегеҙ. Ҡәҙерле атай һәм әсәй, беҙҙең һеҙгә рәхмәтебеҙҙең сиге юҡ. Һеҙ беҙгә ғүмер бүләк иттегеҙ, тормошто яратырға, ҡәҙерләргә өйрәттегеҙ. Һеҙҙең шәхси өлгөгөҙ беҙгә илһам һәм дәрт өҫтәй. Һеҙҙең тырышлыҡ, ярҙам һәм күңел йылыһы өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һоҡланабыҙ. Алтындарға тиң ҡәҙерле кешеләребеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Алтын туйығыҙ менән!
Изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ.
* * *
Оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында эшләп, бөгөн Абдулла ауылында йәшәгән ФӘНИӘ ВӘҠИФ ҡыҙы һәм ӘҮӘЛ ВӘСИЛ улы РАЯНОВТАР алтын туйҙарын билдәләй.
Ҡәҙерле Фәниә апай һәм Әүәл еҙнә, ярты быуат элек, 23 февралдә, һеҙ сәстәрегеҙҙе-сәскә бәйләп, бер ғаилә булып тормош башланығыҙ. Ғүмер юлы һикәлтәһеҙ булмай: бәхетен дә, ҡыйынлыҡтарын да күрергә тура килде. Ә бөгөн барыһы ла артта ҡалды, иң мөһиме – һөйөү һәм бер-береңә хөрмәт хистәре тик нығынды ғына. Һеҙҙең хистәр ваҡыт һынауын уҙҙы, тормош һабаҡтары менән нығынды һәм наҙ, бер-береңә хөрмәт, нурлы йөҙ менән һуғарылып баһаланды. Ысын күңелдән һеҙҙе күркәм байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Алдағы көндәр ҙә бөгөнгө кеүек ҡыуаныс, бәхет, шатлыҡҡа тулып килһен. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, матур ваҡиғаларға бай көндәр, оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Һеҙ беҙҙең тормош юлында матур өлгө булып тораһығыҙ. Күңел йылығыҙҙы һәм хәстәрлегегеҙҙе бөгөн дә тойоп йәшәйбеҙ. Хоҙай һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, бөтмәҫ көс насип итһен. Киләсәк көндәрегеҙ шатлыҡ менән тулып килһен. Беҙ һеҙҙе яратабыҙ. Юбилейығыҙ менән!
Хөрмәт менән Фәнүзә, Ғаяз Мөхәмәтовтар (Оло Аҡа ауылы).

Автор: