Изге йөрәкле ул, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, ышаныслы дуҫ булыуың менән һоҡландыраһың һин беҙҙе. Ап-аҡ ҡарлы ҡышта донъяға килһәң дә, һинең йөрәгеңдә һәр ваҡыт – ҡояш йылыһы. Ошо йылы беҙгә киләсәктә яҡты өмөт менән йәшәргә ярҙам итә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Изге теләктәр менән тормош иптәшең Анфиса, ҡыҙың Нурсилә, кейәүең Рәмил, улың Илсур.
* * *
Һабанаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ ДАНИР РАЙМИР улы ХАФИЗОВты 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле ҡәҙерлебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, кистәрең – айлы, уйҙарың – яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең борсолоуҙар белмәһен. Күңел йылыңды һүрелдермәйсә, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, бәхет тойғолары ғына кисереп йәшә, ҡәҙерлебеҙ.
Тормош һуҡмағынан ғорур атла,
Ҡаршылыҡтар булһа, туҡтама.
Һау-сәләмәт булып оҙаҡ йәшә
Туғандарың менән йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән апайың Линиза, иркәң Лиана.
* * *
Ошо көндәрҙә үҙенең 50 йәшлек матур юбилейын ҡаршы алыусы энебеҙ, ағайыбыҙ ДАНИР РАЙМИР улы ХАФИЗОВты ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ!
Туғаныбыҙға киләсәк тыныс донъяларҙа ныҡлы һаулыҡта, бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, тормош мәшәҡәттәренән дәрт алып, Анфиса киленебеҙ менән балалар уңышына ҡыуанып, яҡындарының һөйөү-хөрмәтендә йәшәүен теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән апаһы Рәфисә, еҙнәһе Рәхимйән һәм уларҙың балалары Ләйсән, Шамил, Нәркәс ғаиләләре.