Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Февраль , 09:40

Ҡотлайбыҙ!

Урта Аҡа ауылынан берҙән-беребеҙ – ҡәҙерле, яратҡан әниебеҙ МӘРЙӘМ ӘҮӘЛ ҡыҙы МӘҮЛЕТБАЕВАны ихлас күңелдән күркәм 70 йәшлек юбилейы менән тәбрик итәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Балалары өсөн хәстәрлекле әсәй, ейәндәре өсөн яратҡан, ҡәҙерле әнкәйебеҙгә шатлыҡлы осрашыуҙар, көтөлмәгән ҡыуаныстар һәм бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Әтиебеҙ Тимерғәли Вәкил улы менән 50 йыл бергә тормош һуҡмағынан атлайһығыҙ. Алтын туй – йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәтегеҙҙең сағылышы ул. Хоҙай биргән ғүмерегеҙҙе сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, борсолоу-мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең игелеген күреп, һәр саҡ шулай беҙгә үрнәк, пар ҡанаттар булып йәшәргә яҙһын!
Һеҙҙе яратып, иң изге теләктәр менән улығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, кейәүҙәрегеҙ, киленегеҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор: