Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль , 12:30

Ҡотлайбыҙ!

Оло Аҡа ауылында йәшәүсе ҡәҙерле, яратҡан ҡыҙым, ҡатыным, әсәйем, туғаныбыҙ ЗӨЛФИӘ РИЗА ҡыҙы РӘХИМОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ул хеҙмәт юлын ауыл китапханаһында китапханасы булып башланы. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ дәрте менән йәмәғәт эштәренә ҡушылып, тирә-яғындағыларҙы әүҙем тормош алып барырға әйҙәй. Яҡыныбыҙға тормош йәмен күреп, ҡыуанып, һоҡланып, сәләмәтлектә, именлектә ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Тыуған көнөң һиңә көс-дәрт, мөмкинлектәр өҫтәһен, һәр көн уңыш һәм бәхет алып килһен. Гармония һәм бәхет, изгелек һәм именлек, иғтибар һәм һөйөү, шатлыҡ һәм ҡыуаныстар, муллыҡ һәм өй йәме теләйбеҙ. Гүзәл байрамың һиңә яңы һулыш, үҙеңә ышаныс өҫтәһен, һәр көнөң яҡшы хәбәрҙәр, изге мәлдәр менән тулы булһын. Барыһы өсөн дә һиңә рәхмәтлебеҙ, һөйөклөбөҙ!
Изге теләктәр менән әсәһе Шәриғә, ире Алмаз, ҡыҙы Әлиә, туғандары Мәғәмүровтар,
Ғибәҙуллиндар, Шәйхисламовтар.

Автор: