Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль , 12:10

Ҡотлайбыҙ!

Балаҡатай районы Айҙаҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөн Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, атай-олатайыбыҙ АЙРАТ МОРАТ улы ФӘХРЕТДИНОВты 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Изге, киң күңелле, хөрмәтле, бар эшкә лә маһир кешебеҙ – тоғро ир, хәстәрлекле атай, яратҡан олатайыбыҙға тормош юлында уңыш, муллыҡ, именлек юлдаш булыуын теләйбеҙ. Алда һине ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс мәлдәр көтһөн. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, күңелле, шатлыҡлы хәл-ваҡиғалар теләйбеҙ. Оҙон, бәхетле ғүмер кисер, беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Изге теләктәр менән ҡатыны Гөлзифа,
ҡыҙҙары Айгөл, Алия, Ғәлиә, кейәүе Артур, ейәндәре Арыҫлан, Альмир, ейәнсәре Алиса.

* * *


Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле АЙРАТ МОРАТ улы ФӘХРЕТДИНОВты 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын йөрәктән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һин туғандарың өсөн үрнәк булырҙай ағай ҙа, балаларың өсөн ҡайғыртыусан атай, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан, ҡәҙерле олатай ҙа. Һиңә Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, борсоу-мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең игелеген күреп йәшәргә яҙһын. Еңгәбеҙ Гөлзифа Әптелғәней ҡыҙы менән ҡулға-ҡул тотоношоп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын.
60 йәш – бит әле матур ғүмер,
Борсолма һин килгән ҡартлыҡҡа.
Иҫәнлекте күберәк бирһен Хоҙай,
Алдағы ғүмер үтһен шатлыҡта.
Ғүмер үтә тимә, иң мөһиме –
Йөрәктәрҙә йәшлек дәрте дөрләһен.
Бәхет шишмәң мөлдөрәмә булһын,
Күңелең борсолоуҙар белмәһен.
Йәшәгән һайын йәшәү дәрте артһын,
Сәләмәт булһын изге йөрәгең.
Йәнең тыныс, ҡанатың ныҡ булһын,
Шатлыҡ менән үтһен һәр көнөң!
Иң изге теләктәр менән туғандарың – иркәләрең Фуат, Эльза, Әсхәт, Илүзә ғаиләләре.

Автор: