Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль , 11:45

Ҡотлайбыҙ!

Ясин ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле, һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ ЗӘЛИӘ МИНДИБАЙ ҡыҙы ХАННАНОВАны күркәм юбилейы – 65 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙгә һәр яҡтан өлгө, арҡа терәр изге кешебеҙ, кәңәшсебеҙ, оло йөрәкле ҡәҙерлебеҙ, көндәреңде өмөт нуры балҡытһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һинең уңғанлығыңа, хәстәрлекле, көслө рухлы, сабыр, туған йәнле булыуыңа һоҡланабыҙ. Барыбыҙға ла бар яҡтан да өлгө һин. Бәрәкәтле оҙон ғүмер, балалар рәхмәте һәм хәстәрлеге, туғандар теүәллеге, имен һәм тыныс таңдар насип итһен. Һәр яңы көндө күңел матурлығың менән биҙәп, үҙеңдең барлығың менән беҙҙе ҡыуандырып, тағы бик оҙаҡ йылдар сәләмәтлектә, беҙҙең һөйөүебеҙ, хөрмәтебеҙ йылыһында ғүмер итергә яҙһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән улы Наил, ҡыҙҙары Наилә, Ләйсән, килен-кейәүҙәре Эльзира,
Артур, Руслан, ейән-ейәнсәрҙәре Амелия, Камила, Милена, Алмаз, Самат, Ленар.

Автор: