Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль , 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Теләш ауылынан хөрмәтле уҡытыусы-ветеран, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдын-ғыһы РӘЗИНӘ ӘҒЗӘМ ҡыҙы ӘХМӘТЙӘНОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Рәзинә Әғзәм ҡыҙы 40 йылдан ашыу балаларҙы инглиз теле серҙәренә өйрәтте, үҙенең фәненә ҡыҙыҡһыныу уятты, уҡыусыларында сәнғәткә, матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләне. Хөрмәтле юбилярға ныҡлы сәләмәтлек, яҡшы кәйеф, шатлыҡ һәм именлектә оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙҙең тормош изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы ваҡиғалар менән тулы булһын. Балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, туғандарығыҙҙың һөйөү-хәстәрлегендә ғүмер кисерергә яҙһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ сәләмәтлек, бәхет
Юлдаш булһын Һеҙгә ғүмергә!
Изге теләктәр менән Теләш мәктәбенең ветеран уҡытыусылары.

Автор: