Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Февраль , 10:10

Ҡотлайбыҙ!

1 февралдә Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе РИШАТ ӘҮӘЛ улы САФИН 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләне.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле юбилярыбыҙға именлек, бәрәкәт, ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күтәренке кәйеф, йәшлек дәртен һүндермәй йәшәүен теләйбеҙ. Һинең тормош юлың тик яҡшы хәбәрҙәр, ыңғай хис-тойғолар менән генә тулы булһын. Артабан да яратҡан һәм хөрмәт иткән яҡындарың менән ғүмер кисерергә яҙһын. Хоҙай һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән айырмаһын. Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә. Һин булғанға беҙгә тыныс, донъябыҙ бөтөн.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ә ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Һин булғанда ҡояш нур сәсә.
Кәңәшсебеҙ, ҡәҙерлебеҙ булып,
Йәшә һин шулай йөҙгәсә!
Һине яратып ҡатының, балаларың, ейәндәрең, туғандарың Хисамовтар, Митиндар, Хужиндар.

Автор: