Спорт сараһы “Өфө” хоккей клубы етәкселеге, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Антон Матренин, Мәсетле районы хакимиәте һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе ярҙамында ойошторолдо.
Сараны асыуҙа Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илнур Вәлиев, физик культура, спорт һәм туризм буйынса баш белгес Марат Ханнанов һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры Фәнил Денисламов ҡатнашты.
Күнекмәгә Йонос, Дыуан-Мәсетле һәм Оло Ыҡтамаҡ ауылдарынан үҫмерҙәр килде. Йәш спортсылар өсөн дәресте “Өфө” хоккей клубының генераль директоры Дмитрий Цыбин һәм башҡарма директоры Александр Поляков үткәрҙе.
Теоретик өлөштән һәм боҙҙағы күнекмәләрҙән һуң тренерҙар шайба менән ҡулланыу техникаһына бер нисә күнекмә күрһәтте. Егеттәр шайбаны ҡабул итеү, тапшырыу техникаһы өҫтөндә эшләне һәм башҡа бик күп күнекмә башҡарҙы. Аҙаҡтан хоккей уйнанылар.
Дмитрий Цыбин әйтеүенсә, Мәсетле егеттәре йылғырлығы һәм оҫталығы менән айырылып тора. Ул өлгәшелгәндә туҡталып ҡалмаҫҡа, артабан да оҫталыҡты арттырырға кәңәш итте. Сөнки уңыштың 50 проценты – спортсының хеҙмәте.
Мәсетле районында шайбалы хоккей буйынса күнекмәләрҙе ойоштор-ған һәм үткәргән өсөн “Өфө” хоккей клубының генераль директоры Дмитрий Цыбинға Мәсетле районы хакимиәтенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
Белешмә
“Өфө” хоккей клубы 2018 йылда ойошторолған. Унда балаларҙы хоккей уйнарға өйрәтәләр, махсус балалар-үҫмерҙәр мәктәптәренә, йыйылмаларына әҙерләйҙәр. “Өфө” хоккей клубының бөтә күнекмәләре Рәсәйҙә яңы быуын федераль стандарт нигеҙендә төҙөлгән спорт төрө буйынса тәүге программа – “Ҡыҙыл машина” хоккейсылар әҙерләү милли программаһы – буйынса үтә.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.