Яратҡан уҡытыусыбыҙ, беҙгә биргән белем өсөн Һеҙгә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Оло хеҙмәтегеҙ һәм тырышлығығыҙ, изге йөрәгегеҙ һәм асыҡ күңелегеҙ, беҙҙә дуҫлаша белеү, кеше хәленә инеү, хеҙмәт яратыу, ҡыйыулыҡ, ярҙамға килергә әҙер булыу кеүек яҡшы сифаттар тәрбиәләү өсөн һалған тырышлығығыҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт белдерәбеҙ. Ҙур рәхмәт Һеҙгә! Һеҙ беҙгә ҡарата һәр ваҡыт һиҙгер булдығыҙ һәм аңлай белдегеҙ. Беҙгә белем биреп кенә ҡалманығыҙ, тормош һабаҡтарын да бирҙегеҙ. Ошо матур юбилей байрамығыҙҙа беҙҙең ихлас теләктәрҙе ҡабул итеп алығыҙ. Яҙмыш күгегеҙ аяҙ булһын, тормошоғоҙҙо һәр ваҡыт сағыу ҡояш яҡтыртһын. Сәләмәтлегегеҙ ныҡ булып, үҙегеҙ ҡәҙер-хөрмәттә һәм яратылып йәшәгеҙ. Бәхетле булығыҙ, беҙҙең ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ! Балаларға биргән белемегеҙ Һеҙгә изгелек һәм хөрмәт менән әйләнеп ҡайтһын. Байрамығыҙ менән!
Һеҙгә ҡарата оло хөрмәт һәм һөйөү менән
Оло Ыҡтамаҡ Башҡорт гимназияһын 2002 һәм 2004 йылдарҙа тамамлаусылар.