-4 °С
Болотло
Ғаиләбеҙҙең ныҡлы терәге, яҡшы тормош иптәше, хәстәрлекле атай һәм яратҡан олатайыбыҙға ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, яҡшы кәйеф теләйбеҙ. Беҙҙең һөйөүебеҙ, хөрмәтебеҙ һинең күңелеңде йылытһын һәм ҡыуандырһын. Йәшлек дәртен һүндермәй, уй-хыялдарыңды тормошҡа ашырып, ғүмер һуҡмағынан ныҡлы баҫып атла. Беҙ һине яратабыҙ!
Ер йөҙөндә иң-иң яҡшы атай,
Иң аҡыллы, тырыш һәм уңған.
Һинең йөрәк беҙгә һөйөү менән
Мәңгелеккә, атай, ул тулған.
Үҙең шаян, зирәк, тапҡыр һүҙле,
Һинең янда беҙгә күңелле.
Бар һорауға яуабың бар, атай,
Иң шәп атай – беҙҙә, иң елле!
Ҡотлау менән ҡатыны, балалары, ейәндәре, бүләләре.