Ҡәҙерлебеҙгә сикһеҙ бәхет, туғандары һәм яҡындарының һөйөүен тойоп, улар янында бәхетле ғүмер кисереүен, ныҡлы сәләмәтлек, һәр башланғысында уңыштар юлдаш булыуын, эштәренең уң барыуын теләйбеҙ. Уй-хыялдарыңды тормошҡа ашырырға көс-дәрт өҫтәлеп торһон, ә яратҡан ғаиләң күркәм донъяғыҙҙа бәхетле йәшәһен!
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла.
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда!
Изге теләктәр менән Ниязовтар: ҡустың Рәфит, киленең Фидәлиә, беҙҙең балалар Диана, Денис.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле һәм яратҡан ҡыҙыбыҙ ЗИЛӘ РОБЕРТ ҡыҙы МИНДИБАЕВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклө ҡыҙыбыҙ, һин – беҙҙең шатлығыбыҙ, өмөтөбөҙ һәм ышанысыбыҙ. Ошо иҫтәлекле байрамың менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡ, рух ныҡлығы, ысын дуҫтар, ҙур уңыштар, ижади үрҙәр, мәңге һылыу, изге күңелле булып ҡалыуыңды, яңы һәләттәрең асылыуын, үҙеңә ышаныс һәм именлек теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән атайың Роберт, әсәйең Зилара.
* * *
Ҡәҙерле ЗИЛӘ РОБЕРТ ҡыҙы МИНДИБАЕВАны күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле юбилярыбыҙға эргәһендә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға, күңел йылыһын өләшергә әҙер булған ышаныслы дуҫтары, хәстәрлекле һәм яратҡан туғандары булыуын теләйбеҙ. Эшеңдә матур-матур уңыштарға ирешеп, барлыҡ хыялдарыңды тормошҡа ашырып, һикәлтәһеҙ юлдан арымай-талмай атла. Ныҡлы сәләмәтлек, һөйкөмлөлөк, эске гармония ташламаһын үҙеңде!
Изге теләктәр менән һеңлеһе Резида, кейәүе Альфред, туғандары Аделя, Булат.