Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар , 11:50

Ҡотлайбыҙ!

Районыбыҙҙың йәмле Әй буйындағы Ғүмәр ауылынан беҙҙең ҡәҙерле әсәй-өләсәйебеҙ ФРОСЯ ӘХМӘТ ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ ФӘРИТ КИНЙӘБАЙ улы ФӘТТӘХОВТАРҙы күркәм байрамдары – гәүһәр туйҙары менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Атай-әсәй, һеҙ 60 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп ғүмер һуҡмағынан бергә татыу атлайһығыҙ. Беҙ, балаларығыҙ, ошо матур байрам менән һеҙҙе ҡотлауыбыҙға бик шатбыҙ. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, тағы ла оҙаҡ йылдар һөйөү һәм татыулыҡта, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр хәстәрлегендә, матур донъяға һоҡланып ғүмер итеүегеҙҙе теләйбеҙ.
60 йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар былбылдай ғүмер итәһегеҙ.
Бер-берегеҙгә аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Бөгөн һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Яратабыҙ һеҙҙе бигерәк тә.
Һеҙ лайыҡлы парҙарҙың иң гүзәле,
Шуға күңел һеҙҙе ярата!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙығыҙ Айгөл, улдарығыҙ Радик, Айҙар, килендәрегеҙ, кейәүегеҙ һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ.

Автор: