Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
19 Ғинуар , 15:10

Һәләтле уҡытыусы, аҡыллы остаз

18 ғинуарҙа Кесе Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе Антонина Булатова күркәм юбилейын билдәләне. Бында, тормош юлдашы Леонид Андреевичтың тыуған төйәгенә, улар өйләнешкәндән һуң йәшәргә килә. Тәүҙә ауыл Советында, ауыл китапханаһында эшләй. 12 йылдан һуң яҙмыш уны ире эшләп йөрөгән Кесе Ыҡтамаҡ мәктәбенә алып килә.

Һәләтле уҡытыусы, аҡыллы остаз
Һәләтле уҡытыусы, аҡыллы остаз

Антонина Генадьевна 26 йыл ғүмерен уҡытыу һәм тәрбиә биреү эшенә бағышланы, шуның 13 йылын Кесе Ыҡтамаҡ башланғыс мәктәбе менән етәкселек итте.
Асыҡ йөҙлө, әммә ҡәтғи; изге күңелле, әммә талапсан – уҡыусылары һәм хеҙмәттәштәре хәтерендә ул
шундай. Һәр төрлө кимәлдәге етәксенең мәшәҡәттәре ҡул аҫтындағыларға ҡарағанда күберәк, әлбиттә, бигерәк тә ул яуаплы кеше булғанда. Мәктәп мөдире Антонина Булатова ла тап ошондай етәксе булды. Уны нимәлер борсоһа, мәктәптә бөтә нәмә лә яҡшымы-юҡмы икәнен белеү өсөн бинаны барып ҡарай торғайны, мәҫәлән, ҡаҙанлыҡ эшен күҙәтеү өсөн, мәктәптән алыҫ йәшәүенә ҡарамаҫтан, кистәрен бер-ике тапҡыр барып урай ине. Ул шундай тынғыһыҙ, яуаплы кеше.
Антонина Генадьевна йәмәғәт эшенә күп көс һәм ваҡыт бүлде: оҙаҡ йылдар ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, ветерандар советы рәйесе булды, “Бирюсинка” вокаль ансамблендә йырлап йөрөнө, ә үҙенең намыҫлы хеҙмәте өсөн бик күп грамоталар менән наградланды. Хәҙер ул күптән хаҡлы ялда, яратҡан шөғөлө менән булыу өсөн ваҡыты ла бар – емеш-еләк, сәскәләр үҫтерә, ҡул эштәре күргәҙмәләрендә әүҙем ҡатнаша.
Хөрмәтле Антонина Генадьевна! Һеҙҙе ысын күңелдән күркәм юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ныҡлы сәләмәтлек, яҡты уйҙар, оҙаҡ йылдарға етәрлек көс-дәрт теләйбеҙ!
Кесе Ыҡтамаҡ башланғыс һәм Түбәнге Бобин урта мәктәбе ветерандары.

Автор: