Ҡәҙерлебеҙ, беҙ һиңә оло һөйөүең, хәстәрлегең һәм түҙемлегең өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Алдағы көндәрҙә лә шулай бәхетле, яратҡан, изге күңелле һәм алсаҡ булып ҡал. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, көс-дәрт, оҙон ғүмер теләйбеҙ, беҙҙең хәстәрлекте һәм хөрмәтте тойоп йәшә. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, һинең аҡыллы кәңәштәрең, аңлай белеүең, ярҙамың ҡанатландыра.
Барыһы өсөн һиңә рәхмәтлебеҙ,
Әсәйебеҙ – донъя ҡотобоҙ.
Һин бар саҡта беҙ сабыйҙар әле,
Һин бар саҡта яна утыбыҙ.
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош,
Бәрәкәтле, ҡотло миҙгелдәр –
Беҙ теләйбеҙ һиңә, ҡәҙерлебеҙ,
Яҡын булһын бары күңелдәр.
Беҙ ҡайтырбыҙ һиңә тағы, тағы,
Һыуынмаһын тыуған нигеҙҙәр!
Иң изге теләктәр менән балалары Руслан, Оксана, Роберт, Илвина, Светлана, Илсур һәм ейән-ейәнсәрҙәре.