Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
12 Ғинуар , 10:25

Ҡотлайбыҙ!

Абдулла ауылынан һөйөклө ҡатыным, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ХӘТИМӘ ХӘЙҘӘР ҡыҙы ХАНОВАны ысын күңелдән 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, артабан да теремек, әүҙем булып ҡал, һинең оптимизм бөгөнгө еңел булмаған заманда илһам, рух көсөн тупларға ярҙам итеп торһон. Һин яҡшы, асыҡ күңелле кеше, беҙҙең барыбыҙҙы ла ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын. Һәр яңы көн тик шатлыҡлы хәбәрҙәр, яҡшы кәйеф алып килһен.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Изге теләктәр менән ире Рәфис, балалары Рита, Айбулат, Айҙар, килене Гүзәлиә, ейәндәре, ейәнсәре.

Автор: