Яңы тормошҡа аяҡ баҫҡан ҡәҙерлеләребеҙҙе туй тантанаһы айҡанлы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Бөгөн һеҙҙең йәшлек миҙгелендә ғүмер юлында бер генә була торған иң шатлыҡлы, иң бәхетле, һоҡландырғыс көнөгөҙ. Был көн күңел түрегеҙҙә ғүмерегеҙ буйы иң матур мәл булып һаҡланһын. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлының ауыр-еңеллектәрен уртаҡлашып, иң-иң бәхетле парҙар булып, барыбыҙҙы һөйөндөрөп матур тормош ҡороғоҙ. Йөрәктәрегеҙҙәге ҡайнар хистәр һеҙгә йылы яҙҙарҙа юлдаш, һалҡын ҡыштарҙа йылытыусы усаҡ булһын. Тормош баҫҡыстарын үткәндә бер-берегеҙгә терәк-таяныс булып, тойғоларығыҙҙың ҡайнарлығын һүрелдермәй, яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ менән гөрләшеп, ныҡлы сәләмәтлектә, шатлыҡ-ҡыуаныста, саф мөхәббәттә, аҡ бәхеттәргә төрөнөп, оҙон-оҙаҡ ғүмер итергә яҙһын!
Иң изге теләктәр менән олатай-өләсәйҙәре, апай-абзыйҙары, еңгә-еҙнәләре, барлыҡ туғандары исеменән әнейегеҙ Ләйлә һәм абзыйығыҙ Рөстәм.