Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Ноябрь 2023, 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Аҙанғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ РӘМИЛӘ РАФАИЛ ҡыҙы ХӘМИҘУЛЛИНАны ысын күңелдән юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул тормош, сик-һеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Һин донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһе, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ.
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Юрис, ҡыҙҙарың Лилиә һәм Ләйсән, улың Юнир,
кейәүҙәрең Айрат һәм Илнар, ейәндәрең
Илдар, Иҙел, Илгизәр, Асҡар, Ансар, ейәнсәрең Айлита.

Автор: