Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
10 Ноябрь 2023, 10:00

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ ДАНИЯ РӘФҠӘТ ҡыҙы НАСЫРОВАны ысын күңелдән 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Уға ныҡлы сәләмәтлек, бөтмәҫ көс-ҡеүәт, күтәренке кәйеф, туғандары һәм яҡындары янында бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Алда тик бәхетле яҡты көндәр, тыныс төндәр көтөп торһон. Өйөбөҙҙән һәр ваҡыт йылылыҡ бөркөлһөн, ә йөрәгеңдә һөйөү уты һүнмәһен.
Рәхмәт, әсәй, ҡояш булғаныңа,
Үҫтерҙең һин беҙҙе яратып.
Йәшәйһең матур донъябыҙға бары
Изге, яҡты нурҙар таратып!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙы Лариса,
ейәндәре Артур, Марат, Ренат, килене Дарья, бүләһе Артем.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан хөрмәтле ДАНИЯ РӘФҠӘТ ҡыҙы НАСЫРОВАны юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, һине өҙөлөп яратҡан туғандарың һәм яҡындарың янында бәхетле ғаилә тормошо теләйбеҙ. Яҡшы кәйефтә, һәр көнгә ҡыуанып, беҙҙең менән бергә оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, кәңәштәрең һәм ярҙамың өсөн рәхмәтлебеҙ.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән Яңы Мөслим ауылынан Хәкимовтар, Нуретдиновтар, Әсбаповтар,
Яр Саллынан Ғиләзиевтар.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апабыҙ, дәү әниебеҙ ДАНИЯ РӘФҠӘТ ҡыҙы НАСЫРОВАны юбилейлы тыуған көнө – 75 йәше менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һөйөклө апайыбыҙға сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Рәхмәт һиңә яҡты күңелең өсөн,
Тик яҡшылыҡ һинән күрәбеҙ.
Шуға күрә һине маҡтауҙарға,
Ҡотлауҙарға ихлас күмәбеҙ.
Ысын күңелдән әйткән һәр һүҙебеҙ
Булһын һиңә оло бүләктәр.
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ-сәләмәтлек,
Насип булһын изге теләктәр.
Артабан да күреп торһаҡ ине
Бәхет менән тулы йөҙөңдө.
Тыуған көнөң – юбилейың менән
Беҙ ҡотлайбыҙ бөгөн үҙеңде!
Иң изге теләктәр менән һеңлеһе Гүзәл, кейәүе Ғәптелйән һәм Рәхмәтуллиндар, Мөслимовтар ғаиләләре.
* * *
Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе хөрмәтле апабыҙ, дәү әниебеҙ ДАНИЯ РӘФҠӘТ ҡыҙы НАСЫРОВАны матур байрамы – юбилейлы тыуған көнө менән ысын күңелдән тәбрик итәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, киләсәк тормошоғоҙҙа меңдәрсә бәхет-шатлыҡтар, ҡоростай сәләмәтлек, күптән-күп уңыштар теләйбеҙ. Бөгөнгөләй һау, йәш, матур булып йәшәгеҙ.
Ябай, сабыр, оло йәнле лә һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Кәңәш һорап һиңә ҡағылабыҙ,
Барыбыҙға ярҙам итәһең.
Ҡылған изгелегең ерҙә ятмаҫ,
Ауырыу белмәй оҙаҡ йәшәгеҙ!
Һеҙҙе хөрмәт итеп, иң изге теләктәр менән Эльвира, Альберт Йыһаншиндар һәм уларҙың балалары.

Автор: