Тап татыулыҡ, үҙ-ара ярҙам һәм берҙәмлек тарихтың киҫкен мәлдәрендә илебеҙгә һынауҙарҙан намыҫ менән сығырға мөмкинлек бирә, милләт һәм дәүләт булараҡ көслө итә. Был байрам Рәсәйҙең ваҡиғалар һәм быуындар бәйләнешен символлаштыра, уның яңы еңеүҙәренә ышаныслы нигеҙ булып хеҙмәт итә. Ул быуаттар буйына Ватандың бөйөк улдарын һәм ҡыҙҙарын айырып торған ысын патриотизм һәм Ватанға тоғролоҡ сифаттарының бөгөн дә беҙҙең юғары гражданлыҡ ҡиммәте булып ҡалыуын иҫбатлай. Беҙҙе, элеккесә, үҙ-ара ихтирам, уртаҡ хәтер, тыныслыҡҡа һәм ижадҡа ынтылыш берләштерә.
Ҡәҙерле мәсетлеләр! Һеҙгә изгелек, яҡындарығыҙҙың һөйөүен һәм һәр йортҡа именлек теләйбеҙ!
Мәсетле районы Советы һәм хакимиәте.