Мәсетле тормошо
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Ноябрь 2023, 12:30

Ҡотлайбыҙ!

Көршәле ауылынан беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле ҡатыным, һөйөклө инәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, әңкәйебеҙ РИМА ДӘҮЛӘТХАН ҡыҙы ШАҺИЕВАны юбилейлы тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин, инәйебеҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Рәхмәт һиңә, инәй! Һин беҙҙе яҡшы итеп тәрбиәләнең, уҡыттың, кеше иттең. Беҙ, һинең ике ҡыҙың, үҙ тормошобоҙ менән матур итеп йәшәйбеҙ. Инәй, һинең һәр саҡ уңған, ярҙамсыл, көслө рухлы булыуыңа, матурлығыңа һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүеңде, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй, рәхәтләнеп хаҡлы ялдың һәр көнөнә һөйөнөп, муллыҡта, балаларыңдың изгелеген күреп йәшәүеңде теләйбеҙ. Төплө кәңәшең, йылы һүҙең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт. Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Күпме булһа ерҙә изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң яҡшы теләктәр менән тормош иптәше
Мәүлитбай, ҡыҙҙары Әлфиә, Гөлнара, кейәүе Азат, ейән-ейәнсәрҙәре Раушан, Азалия,
Рамазан, Таңсулпан, Асҡар, килене Фаягөл.

Автор: