Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Ноябрь 2023, 10:15

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан беҙҙең ҡәҙерле һәм яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ ФЛАРИДА МУЛЛАӘХМӘТ ҡыҙы һәм атай-олатайыбыҙ РӘМИЛ ҠЫЯМ улы ЖЫЯНОВТАРҙы ысын күңелдән алтын туйҙары – 50 йыл бергә ғүмер итеүҙәре менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Тормош һеҙгә бөтмәҫ матур һәм шатлыҡлы мәлдәр бүләк итһен, ныҡлы сәләмәтлек, күңел көрлөгө, ғаилә йәме, именлек-муллыҡ, изгелек насип булһын. Артабан да бер-берегеҙгә терәк булып, ғүмер һуҡмағынан ҡулға-ҡул тотоноп яҡындарығыҙ һәм туғандарығыҙ хөрмәтендә ныҡлы баҫып атлағыҙ. Һеҙгә һөйөү, биргән тәрбиәгеҙ, хәстәрләп үҫтергәнегеҙ өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Илле йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар былбылдай тормош итәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Ә беҙ һеҙгә ҡарап һоҡланабыҙ,
Ихтирамлы һеҙгә ҡарата.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Йөҙҙәребеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ!
Изге теләктәр менән балалары, кейәүҙәре, килене, ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор: