Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
20 Октябрь 2023, 10:35

Ҡотлайбыҙ!

Йәмле Әй йылғаһы буйында урынлашҡан Иҫке Мишәр ауылында тыуып үҫкән беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ – инәйебеҙ, әңкәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ ФЛОРИДА ШАҒЫЯ ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны (ЯХИНА) күркәм 70 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ өс малайҙан һуң дүртенсе ҡыҙ бала булып донъяға килгән. Рәхмәт һиңә, инәй! Һин беҙҙе яҡшы итеп тәрбиәләнең, кеше иттең. Беҙ инде һәр беребеҙ үҙ тормошобоҙ менән матур итеп йәшәйбеҙ. Инәй, һинең һәр саҡ уңған, ярҙамсыл, көслө рухлы булыуыңа, матурлығыңа һоҡланабыҙ, ҡыуанабыҙ. Гел шулай ҡояштай бал-ҡып, ихтирамға лайыҡ булып, бәхеткә-шатлыҡҡа күмелеп, ҡәҙергә-хөрмәткә төрөнөп оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүеңде, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй, рәхәтләнеп хаҡлы ялдың һәр көнөнә һөйөнөп, муллыҡта, балаларыңдың игелеген күреп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын тыуған көнөң,
Оҙаҡ йәшә, бул һин бәхетле.
Көндәрең – аяҙ, тормошоң мул булһын,
Фәрештәләр юлдарыңа ҡанат йәйеп торһон.
Бәхетең ғүмерле булһын,
Ғүмерең бәхетле булһын!
Изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гүзәлиә, Филүзә, Мәхлиә, кейәүҙәрең Фәрит, Фидаэль, ейәндәрең Айрат, Арслан, ейәнсәрең Фирүзә һәм Санжар.
* * *
Иҫке Мишәр ауылынан ҡәҙерле туғаныбыҙ ФЛОРИДА ШАҒЫЯ ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны (ЯХИНА) ысын күңелдән юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ, бәхет, көс-ҡеүәт теләйбеҙ, туғандарың, яҡындарың, балаларың, ейәндәрең һөйөүҙәре, хәстәрлектәре, хөрмәт һәм иғтибарҙары менән һөйөндөрһөн. Өйөң йәмле, йәнле, тик ҡыуаныслы хәлдәр менән генә тулы бул-һын. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ. Ҡыҙ туған – ул ышаныслы иң яҡын әхирәт. Ул һине ҡояш кеүек нурҙарын өләшеп йылытыусы ла, хәстәрлеге, һөйөүе менән солғап алыусы ла. Рәхмәт һиңә, мең рәхмәт.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән,
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Иң изге теләктәр менән туғандарың Римма,
Нурия, Дания, Димария, кейәүең Альфред,
туғаның Дамир, киленең Резеда һәм беҙҙең балалар.

Автор: