Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
14 Октябрь 2023, 09:00

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан һөйөклө әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ ГӨЛНАРА СӘЛИХ ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны ысын күңелдән 55 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һин – беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, кәрәкле кеше, һин – таяныс һәм өмөт, һин – илһам шишмәһе һәм дөрөҫ кәңәш биреүсе. Ғүмереңдең һәр минутын шатлыҡ-ҡыуаныста үткәр, теләктәрең тор- мошҡа ашһын, өлгәшкәнеңә күңелең ҡыуанһын. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, йәшәү йәме, ғаилә бәхете, шатлыҡлы мәлдәр теләйбеҙ.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәкһең.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, һиңә, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда!
Ҡотлау менән ҡыҙы Линара, кейәүе Эльнур, ейәнсәре Элина, ейәне Даниэль, улы Руслан, килене Аделина, ейәнсәре Элиза.

* * *

Яңы Мөслим ауылынан хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ ГӨЛНАРА СӘЛИХ ҡыҙы ЙЫҺАНШИНАны ысын күңелдән күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Гөлнара! Һиндә изге йөрәк тибә, өйөң һәр ваҡыт йәмле, нур менән тулы, балаларың ысын күңелдән һине ярата, дуҫтарың ҡәҙерләй, ярҙам ҡулы һуҙа, коллегаларың хөрмәтләп ололай. Беҙ ныҡлы сәләмәтлек, именлек, оҙон ғүмер теләйбеҙ. Барлыҡ хыялдарың, уй-теләктәрең тормошҡа ашһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Ҡотлау менән ҡоҙаң Әнүәр, ҡоҙағыйың Альмира.

Автор: