Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
13 Октябрь 2023, 09:45

Ҡотлайбыҙ!

Ҡорғат ауылынан хөрмәтле ҡоҙабыҙ РИФАТ МӨҒӘФӘ улы ҒИНИӘТУЛЛИНды ысын күңелдән олпат юбилейы – 70 йәше менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һеҙ маҡтауҙарға лайыҡ, ихтирамлы, оҫта ҡуллы кеше, хәстәрлекле атай, изге күңелле, асыҡ сырайлы, яратҡан олатай. Юбилейығыҙ уңайынан Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух ныҡлығы, матур һәм сағыу ваҡиғалар теләйбеҙ. Оҙон ғүмерле булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙа йәшәгеҙ. Беҙ Һеҙҙе хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ Һеҙгә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгегеҙгә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен Һеҙгә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Ҡотлау менән ҡоҙағыйы Миләүшә һәм ҡоҙаһы Илгиз Фазлыевтар.

Автор: