Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Октябрь 2023, 09:00

Республика көнө менән!

Хөрмәтле мәсетлеләр!Һеҙҙе ысын күңелдән Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлайым!Был байрам тыуған төйәген яратҡан, уның үткәне менән ғорурланған, киләсәктә лә именлек һәм бәхетле киләсәк тураһында ҡайғыртырға әҙер булған һәр кемде берләштерә.Республика тәбиғи ресурстарға һәм археологик ҡомартҡыларға бай, үҙенсәлекле тәбиғәте менән айырылып тора. Уның төп байлығы – Башҡортостан үҫеше, киләсәге өсөн ижад иткән һәм йәшәгән изгелекле, талантлы, эшһөйәр халҡы.Республикала йәшәүселәрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ, изгелек, именлек, татыулыҡ һәм һәр йортҡа йәм теләйем!Ихтирам менән Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.

Республика  көнө  менән!
Республика көнө менән!

Мәсетле районы халҡы һәм ҡунаҡтары!
Яҡынлашып килгән байрам – Башҡортостан Республикаһы көнө – менән ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
11 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүҙең сираттағы йыллығын – үҙенең төп дәүләт байрамын билдәләй! Был байрам күп милләтле халыҡтың берҙәмлеге һәм унда йәшәгән һәр кешенең тыуған яҡҡа һөйөү символы булып тора.
Башҡортостан – бай төбәк һәм беҙ уның ҡабатланмаҫ тәбиғәте, бай тарихы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Бөгөн беҙ үҙҙәренең көсөргәнешле хеҙмәте, сикһеҙ батырлыҡтары, ижади ҡаҙаныштары менән ошо ерҙе булдырған һәм һаҡлап алып ҡалған ата-бабаларыбыҙға хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Беҙ был байрамды үҙ көсөбөҙгә, республикабыҙҙың яҡты киләсәгенә һәр кемдең хеҙмәте менән ҙур өлөш индерәсәгенә ысын күңелдән ышанып ҡаршы алабыҙ. Яҡташтарыбыҙҙың яуаплылығы һәм эшһөйөүсәнлеге, ватансылыҡ тойғоһо, шулай уҡ бер-береһенә ҡарата үҙ-ара ихтирам һәм толерантлыҡ арҡаһында беҙҙең республикала өҫтөнлөклө социаль бурыстар ваҡытында хәл ителә, ҡала һәм райондар төҙөкләндерелә, төбәктең ауыл хужалығы һәм иҡтисады тотороҡло үҫеш ала.
Хөрмәтле мәсетлеләр! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, рух күтәренкелеге һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйбеҙ!
Районыбыҙ һәм Башҡортостан Республикаһы сәскә атһын, үҫһен, яңы мөмкинлектәргә һәм еңеүҙәргә ирешһен!
Мәсетле районы Советы
һәм хакимиәте.

Автор: