Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Май 2023, 11:25

Ҡотлайбыҙ!

Яңы Мөслим ауылынан ҡәҙерле һеңлебеҙ, ҡәйенһеңлебеҙ, туғаныбыҙ РИММА МӨҒӘФӘ ҡыҙы МӨБӘРӘКШИНАны (ЙЫҺАНШИНА) ысын күңелдән күркәм юбилейы – 60 йәше тулыуы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡ, донъя именлеге, уңыштар теләйбеҙ. Күңелең һәр саҡ йәш, өйөң йәмле, йәнле, изгелек менән тулы булһын, именлектә, муллыҡта йәшә. Яныңда һәр ваҡыт иң ҡәҙерле кешеләрең – туғандарың һәм яҡындарың булһын, барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын. Ғаиләңдә һөйөү, аңлашыу йәшәһен, балаларың, ейәндәрең уңыштары менән ҡыуандырып торһон. Сәләмәт, бәхетле бул.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Бәрәкәтле тормош юлыңда!
Иң изге теләктәр менән Илфат, Әнүзә, Зөһрә Йыһаншиндар, Аҡмаловтар, Зәйнетдиновтар, Оморҙаҡовтар.

Автор: