+12 °С
Болотло
Ҡәҙерлебеҙ, Хоҙай биргән ғүмереңде сәләмәт булып, күңел тыныслығында, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, борсолоу-мәшәҡәтһеҙ, шатлыҡ-һөйөнөстәр менән балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, бүлә-бүләсәрҙәреңдең бәхетенә һөйөнөп, игелек-изгелектәрен күреп, ҡәҙер-хөрмәттә, шатланып-ҡыуанып йәшәргә яҙһын.
Ағын һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Ерҙә ҡояш нуры балҡығандай,
Һин балҡыйһың беҙҙең күңелдә,
Тормошобоҙ һинең менән матур,
Рәхмәтлебеҙ һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балалары исеменән ҡыҙы Юлиә, кейәүе Адис, ейәне Шамил, ейәнсәрҙәре Зөлхизә һәм Гөлминаз.