Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Февраль 2023, 12:00

Ҡотлайбыҙ!

Ясин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улыбыҙ, туғаныбыҙ, ағайыбыҙ БАЙМӨХӘМӘТ НУРМӨХӘМӘТ улы ҒҮМӘРОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле улыбыҙға, туғаныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтың иң олоһон, яуаплы эшендә хөрмәт-дан ҡаҙанып эшләүен теләйбеҙ. Ғаилә именлеге, йән тыныслығы, күтәренке кәйеф юлдаш булһын. Һәр ваҡытта ла шат, ихтирамлы һәм иғтибарлы булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелеген күреп, мул тормошта йәшәргә яҙһын.
Тормоштоң иң матур сағы
Ҡырҡ биш йәш – ул аҙ әле.
Алда әллә күпме шатлыҡ,
Күпме бәхет, наҙ әле!
Иң изге теләктәр менән ата-әсәһе, апайҙары Ратифа, Зилара, Земфира, еҙнәләре Илдар,
Рафиҡ, Наил һәм уларҙың балалары.
* * *
Хөрмәтле БАЙМӨХӘМӘТ НУРМӨХӘМӘТ улы! Һеҙҙе 45 йәшлек юбилейығыҙ менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Киләсәк тормошоғоҙҙа меңдәрсә бәхет-шатлыҡтар, ҡоростай сәләмәтлек, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Бөгөнгөләй һау, йәш, матур булып йәшәгеҙ. Һеҙ – ҙур хөрмәткә лайыҡ етәксе, ошо яуаплы эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын Һеҙгә,
Көндәрегеҙҙе шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Яңы Мишәр ауыл хакимиәте
һәм ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Автор: