Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Февраль 2023, 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Яуыш ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейем, ҡайным, ҡарттайыбыҙ АДИС РАДМИР улы ҒӘЛИМОВты юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Алда һине яҡты һәм бәхетле көндәр генә көтһөн, ныҡлы сәләмәтлек менән тыныс, матур тормошта беҙҙең изгелегебеҙҙе күреп, терәк-таяныс, кәңәшсе булып, донъя рәхәтлеге кисереп, ҡыуанып йәшәүеңде теләйбеҙ.
Әтей! Беҙ һинең менән бәхетлебеҙ, һинең барлығың өсөн яҙмышыбыҙға рәхмәтлебеҙ. Барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын, тыуыр таңдарың яҡты, тыныс булһын.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты, матур тормош –
Беҙҙең һиңә әйтер теләктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Миңһылыу, ҡыҙың Гөлйөҙөм, кейәүең Алмаз, ейәндәрең Даниал, Назарбай.

Автор: