Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
9 Декабрь 2022, 11:05

Ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле коллегабыҙ ӘЛФИӘ ДАНИС ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА матур юбилейын билдәләй.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Коллегабыҙ үҙенең 30 йылдан ашыу ғүмерен Һабанаҡ ауылы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһында кескәйҙәрҙе тәрбиәләүгә бағышланы. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙлө, алсаҡ, изге күңелле тәрбиәсе ата-әсәләр һәм балалар менән уртаҡ тел таба, ярҙам итә, фәһемле кәңәштәр бирә.
Хөрмәтле Әлфиә Данис ҡыҙы, Һеҙҙе ихлас күңелдән матур юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Һеҙгә ҡатын-ҡыҙ бәхете, именлек, ирегеҙҙең, балаларығыҙҙың, туғандарығыҙҙың хөрмәтен, һөйөүен тойоп йәшәүегеҙҙе, аяҙ көндәрҙән торған оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр тыуар таң шатлыҡ-һөйөнөстәр, уңыш, муллыҡ менән тулып килһен.
Ҡотло булһын тыуған көнөгөҙ,
Күҙҙәрегеҙҙә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөгөҙ
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итегеҙ тыуған көнөгөҙҙә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ һәм мөхәббәт
Юлдаш булһын тормош күгендә!
Иң изге теләктәр менән “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы.

Автор: