Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
25 Ноябрь 2022, 11:40

Ҡотлайбыҙ!

Дыуан-Мәсетле ауылында йәшәүсе еңгәбеҙ, хеҙмәт ветераны САЖИҘӘ ИСКӘНДӘР ҡыҙы ҒӘЛИМОВАны бар йөрәктән юбилейлы тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Сажиҙә еңгәбеҙ 1952 йылда Ҡыйғы районы Дүшәмбикә ауылында Сәғиҙә һәм Искәндәр Рәхмәтуллиндар ғаиләһендә тыуып үҫә. Мәсәғүт белем биреү усағында – педагогия училищеһында уҡытыусылыҡ һөнәрен үҙләштерә. 1973 йылда ағайыбыҙ Радис- ҡа кейәүгә сығып, башланғыс синыф уҡытыусыһы булып эш башлай. Зөлфиә, Фиданур, Эльза исемле балалар үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә еңгәбеҙ – 9 ейән-ейәнсәргә өлгөлө өләсәй. Ҡәҙерле Сажиҙә Искәндәр ҡыҙы, бөгөнгөләй изге күңелле, яҡты йөҙлө булып ҡал, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең яҡты киләсәген, игелектәрен күреп, бәхет-шатлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын!
Барлыҡ туғандар исеменән Мәрйәм, Данис.

Автор:Лариса Михалькова