Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
18 Ноябрь 2022, 11:20

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле ҒӘФҮР ӘҘҺӘМ улы ХАФИЗОВты олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

70 йәш – күркәм, тәрән аҡыл, ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, йәштәрсә дәртле баҫып, күңел һөйөү һәм хәстәрлеккә тулы юбилей. Ҡәҙерлебеҙгә йөҙ йәшлек юбилейына етерлек ныҡлыҡ, ихтыяр көсө, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ теләйбеҙ. Элекке коллегаларың һәм таныштарың ихтирам итеүен, яҡындарың һәм туғандарыңдың һөйөүен теләйбеҙ. Тормошоң йәй-ғорҙоң бөтә сағыу буяуҙары менән уйнаһын һәм һиңә тыныс, йылы, ҡояшлы көндәрен бүләк итһен!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Любовь, Лариса һәм Сергей Желудковтар,
Фәнисә Ишмөхәмәтова, Көлнәзирә Латипова.

* * *

Оло Ыҡтамаҡ ауылынан ҡәҙерле атай-олатайыбыҙ ҒӘФҮР ӘҘҺӘМ улы ХАФИЗОВты юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һин был юбилейыңды яратҡан ғаиләң эргәһендә ҡаршылайһың. Ныҡлы характерың, ныҡышмалы хеҙмәтең һиңә был тормошта күп нәмәгә ирешергә ярҙам итте: элекке хеҙмәттәштәрең, коллегаларың һәм, иң мөһиме, ғаиләң хөрмәт итә. Һиңә оҙон ғүмер, яңы сағыу тәьҫораттар теләйбеҙ, ә беҙ һиңә шатлыҡ һәм бәхет бүләк итергә тырышасаҡбыҙ. Беҙҙе яратҡан кеүек бәләкәй бүлә-бүләсәрҙәреңде һөйөп туймаҫ саҡтарың алда әле. Юбилейың менән, ҡәҙерлебеҙ!
Ҡотлау менән балалары, ейәне
һәм ейәнсәрҙәре (Сорғот ҡалаһы).

Автор:Лариса Михалькова