Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Июль 2022, 09:20

Ҡотлайбыҙ!

Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең ҡәҙерле, яратҡан әсәй-өләсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ РӘСИМӘ СӘЛӘХ ҡыҙы РАФИҠОВАны ысын күңелдән 70 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Һинең йөҙөңдән йылмайыу китмәһен, ә күңелең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Сәләмәт бул, көсөң, дәртең менән беҙҙе ҡыуандырып йәшә, һинең һәр аҙымың хәтерҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырһын. Ҡыуаныстар менән тулы аяҙ көндәр, оҙон ғүмер, донъя именлеге насип итһен. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ, хөрмәт итәбеҙ, һин беҙҙе нурҙарың һәм хәстәрең менән йылытып торған ҡояш. Алдағы йылдарҙа ла именлектә, муллыҡта киләһе юбилейҙарҙы билдәләргә яҙһын.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейәндәрең, килендәрең.
* * *
Типография ветераны, хөрмәтле РӘСИМӘ СӘЛӘХ ҡыҙы РАФИҠОВАны күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. 70 йәш – ул төплө аҡыл, бай тормош тәжрибәһе, хөрмәт яулау. Сәләмәтлек Һеҙҙе ташламаһын, тормошто яратып, алдағы көндәргә ышанып йәшәгеҙ. Һеҙгә оҙон ғүмер, именлек, йортоғоҙға бәрәкәт теләйбеҙ. Хоҙай һеҙҙе үҙе һаҡлап йөрөтһөн, һәр көнөгөҙ бәхет-шатлыҡ менән тулы булһын. Ошо матур юбилей көнөндә Һеҙҙең ҡәҙерлеләрегеҙ һәм яратҡандарығыҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа булып, артабан да улар менән юбилейҙарҙы бергә ҡаршыларға насип итһен.
Изге теләктәр менән типография һәм “Мәсетле тормошо” гәзите коллективы.

Автор:Лариса Михалькова