Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
3 Июнь 2022, 15:15

Ҡотлайбыҙ!

Ләмәҙтамаҡ ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған инәйебеҙ ӘНГИЗӘ БАҠЫЙ ҡыҙы һәм атайыбыҙ ШӘРИФУЛЛА МӨХӘМӘТУЛЛА улы ХАНОВТАРҙың бергә ғүмер итеүҙәренә – 50 йыл.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә яратҡан инәйебеҙҙең тыуған көнө лә – 68-се йәйен ҡаршылай ул.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе матур байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Көндәрегеҙ шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлдарығыҙ оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шулай бер-берегеҙгә терәк булып, матур итеп йәшәгеҙ. Төплө кәңәштәрегеҙ, йылы һүҙҙәрегеҙ, нурлы йөҙөгөҙ өсөн рәхмәт.
Һеҙ булғанда беҙ бәхетле,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп
Яҡтыртыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ!
Ҡотлау менән балаларығыҙ һәм ейәндәрегеҙ.

Автор:Лариса Михалькова